top of page
Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…

  • Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ;

  • Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ;

  • Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ;

  • Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын;

  • Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ;

  • Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ;

  • Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ;

  • Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ;

  • Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ;

  • Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ;

  • Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ;

  • Баланы кәмһетмәгеҙ;

  • Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ;

  • Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ;

  • Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ;

  • Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ;

  • Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

Өй эштәрен әҙерләү буйынса кәңәштәр.

  • Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй.

  • Системалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәренә билдәләнгән бер ваҡыт булдырыуҙан башлана.  Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай.

  • Башланғыс кластарҙа, ғәҙәттә, өй эше әҙерләүҙе яҙма эштәрҙән башларға, ә унан һуң телдән башҡарыла торған эштәрҙе эшләргә ҡушалар. 1-2-се кластар өсөн был рекомендация күп осраҡта тура килә.

  • Ә өлкән класс уҡыусылары өй эштәрен әҙерләүҙе үҙҙәре билдәләргә тейеш.

Микроклимат-в-семье.jpg
bottom of page